Республика Башлығы Радий Хәбиров шул турала белдерҙе. Был көндә халыҡ мәрхүмдәрҙе иҫкә ала, зыяраттарҙы таҙарта, ҡәберҙәрҙе тәртипкә килтерә. Радий Хәбиров район һәм ҡала башлыҡтарына сүп-сар ташыу өсөн техника, зыяраттарға барыу өсөн автобустар бирергә ҡушты. Былтыр Хәтер һәм хөрмәт көнөндә 150 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.