Дыуан районында МХО-ла ҡатнашыусы һалдаттарҙың балаларына десерт бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Дыуан районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һалдаттарҙың балаларына десерт бешереү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Ғәҙәттә ойоштороусылар бындай сараны түләүле уҙғарып, йыйылған аҡсаны гуманитар йөк туплауға ҡуллана. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Трайфл йәки стакан эсендәге десерттарҙы эшләү торт бешереүгә оҡшаған. Ваҡ итеп туралған бисквит менән кремды сиратлап һалыу кәрәк. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙың балалары өсөн ойошторолған оҫталыҡ дәресендә малай-ҡыҙҙар ике төрлө десерт эшләргә өйрәнде.

Оҫталыҡ дәресен 10 йылдан ашыу кондитер булып эшләгән Валентина Горячева ойошторған. Ул махсус хәрби операция башланыу менән үҙенең һөнәрен хәрбиҙәргә ярҙам итеүгә йүнәлткән. Торт, кекс кеүек татлы ризыҡтарҙы һатыуҙан һә иғәнәләрҙән йыйылған аҡса Уаз автомобилен һатып алырға мөмкинлек биргән. Март аҙағында гуманитар йөк тейәлгән техника Мәсәғүттән махсус хәрби операция биләмәһенә барып еткән. Рәхмәт һүҙҙәрен яугирҙар видеоға төшөрөп ебәргән.

Мәсәғүттән генә түгел, күрше райондарҙан да беҙгә яҙыусылар, ярҙам итергә теләүселәр булды. Машинаны һатып алыу өсөн кәрәкле сумманы 4 көн эсендә йыйырбыҙ тип уйламағайныҡ та. Уаз машинаһы ла тиҙ табылды.

Валентина Горячева, кондитер

Десерт эшләү буйынса оҫталыҡ дәресенән һуң малай-ҡыҙҙар арт-терапияға йыйылды. Бында буяҙар ярҙамында кәйефеңде һүрәтләргә кәрәк. Күбеһенең эштәрендәә ҡояш балҡып торған тәбиғәт күренеше. Һүрәт төшөрөү тылсымлы дауаға эйә, ти психологтар.

Ҡыйғы районында Республика йәштәр психология һәм мәғлүмәт-методика үҙәге филиалы эшләп килә. Улар менән берлектә беҙ «Тыл йөрәге» проектын булдырҙыҡ. Уның төп маҡсаты- махсус хәрби операция һалдаттары ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү. Атап әйткәндә, көн һайын оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ, әңгәмәләр ойошторабыҙ.)

Лариса Чунарёва, психолог, «Уңыш академияһы» үҙәге етәксеһе

Оҫталыҡ дәрестәрен ойошторусылар киләсәктә лә һалдаттарҙың ғаилә ағзалары өсөн төрлө тренингтар уҙғарырға күҙаллай. Бынан тыш, ирекмәндәр тиҙҙән алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк ебәреү маҡсаты менән яна.

Әлфинә Килдейәрова