Өфө юлдарында Еңеү көнө уңайынан ҡайһы бер урамдарҙа автомобилдәр һәм йәмәғәт транспорты хәрәкәтенә сикләүҙәр индерелә. 9 Майҙа хәрбиҙәрҙең тантаналы маршын үткәреү өсөн 4 -cе һәм 7-се майҙа Октябрь проспектында үтәсәк репетициялар ваҡытында юлдар ябыла. Баш ҡала хакимиәте сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеп, маршрутты алдан уйларға кәңәш итә.