Әлеге иҡтисади шарттарҙа Бөрө эшҡыуары Дмитрий Зырянов уйлап тапҡан һәм етештергән продукцияға һорау бермә-бер күтәрелгән. Быға бәйле, бизнесмен производство ҡеүәттәрен арттырырға ниәтләй. 5 мең квадрат метр майҙанда яңы цех төүөү буйынса инвестиция проекты быға тиклем Бөрө ҡала хакимиәтендә уҙған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә тикшерелгән.
Зырянов етешетргән станоктарына бөтә ил буйынса сәнғтәттең төрлө тармаҡтарында һорау ҙур. Ҡорамалдың ышаныслы булыуы һәм сағыштырмаса арзан тороуы уны продукцияны конкуренцияға һәләтле тауар тауарҙар исемлегенә сығара.