Федор Шаляпиндың 150 йыллығына арналған фестивалдә классик репертуар, академик йыр башҡарыу менән мауығыусы, республика район-ҡалалары музыка мәктәптәрендә тәрбиәләнеүсе 5 йәштән 17 йәшкә тиклемге балалар ҡатнашты. Шулай уҡ уларҙы әҙерләгән иң яҡшы уҡытыусылар ҙа асыҡланды.
Сығыштарҙы Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы доценты Людмила Иванова рәйеслегендә абруйлы жюри баһаланы. Еңеүселәр төрлө номианцияларҙа билдәләнде, Гран-при Баҡалы районынан 15 йәшлек Камил Кәлимуллинға тапшырылды.