Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай бинаһында ошо исем аҫтында күргәҙмә асылды

Күргәҙмәлә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия- интернаты педагогтарының ижади эштәре урын алған. Графика, скульпура, биҙәү-ҡуллама композицияларында рәссамдар тыуған яҡ, фольклор, милли һәм башҡа темаларҙы яҡтыртҡан.

Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған күргәҙмәне асыу тантанаһында Дәүләт йыйылышы Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев рәссам - уҡытыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Гимназия коллективында 14 уҡытыусы профессиональ рәссам. Мәктәпте бөткән 3 меңдән ашыу уҡыусы белем алыу менән бер рәттән һынлы сәнғәт серҙәренә өйрәнгән. Улар артабан белемен Мәскәү , Санкт- Петербург һәм башҡа ҡалаларҙа камиллаштыра.