Был хаҡта Хөкүмәт ултырышында әйтелде. Йыйылышта 2023 йылдың 1-се кварталында төбәк бюджеты үтәлеше тикшерелде. Йылдың тәүге кварталында республика бюджеты килеме 59 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән.
Ултырышта шулай уҡ «Алға» асыҡ иҡтисади зонаһы резиденттарының граждандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа өҫтәмә дәртләндереү саралары ҡаралды. «Аркада» ла 105 кешегә иҫәпләнгән ятаҡ, бушлай туҡланыу ҡаралған, Стәрлетамаҡтан, Салауаттан һәм Ишембай районынан граждандарҙы предприятиеға килтереү ойошторолған, производствола махсус кейем бирелә. Ошондай уҡ саралар «Заспорт» акционерҙар йәмғиәтендә лә булдырыу күҙаллана, уны май айында асыу планлаштырыла.
Хөкүмәт ултырышында төбәктә инвестиция ҡануниәтен либерализациялау буйынса тәҡдимдәр тикшерелде. Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары 131 мең берәмеккә тиклем артҡан. Йыл башынан күрһәткес 2,8 процентҡа юғарыраҡ. Уңайлы эшлекле мөхит булдырыу өҫтөнлөклө бурыс булып тора, эшҡыуарҙарҙың үҙ проекттарын артыҡ административ процедураларһыҙ тормошҡа ашырыу мөмкинлеге буласаҡ.