Көньяҡ биҫтәлә - «Хәтер баҡсаһы». Бөйөк Еңеүҙең 78 йылын ҡаршы алғанда, ҡаланың 5- се һанлы мәктәбе халыҡ-ара акцияға ҡушылды. Унда ҡала хакимиәте вәкилдәре, мәктәп директорҙары,уҡыусылар ҡатнашты. Ентекләберәк, Альбина Байегетова яҙмаһында.
Бер кемдә, бер нәмә лә онотолмай. Бөйөк Ватан һуғышында тыныслыҡ өсөн башын һалған яугирҙәр иҫтәләгенә 5- се мәктәптең 5-6 кадет класы уҡыусылары Хәтер Баҡсаһы акцияһына ҡушылды. Ололар менән рәттән, улар белем усағы биләмәһендә 13 ылыҫлы ағас үҫентеләре ултыртты.
1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарына, Еңеү яҙы килтергән ата- бабаларыбыҙға хөрмәт мәңгелек. Хәтер баҡсаһының ҡаланың тап Көньяҡ биҫтәһендә барлыҡҡа килеүе юҡҡа түгел. Быйыл февраль айында урында Азат итеүсе һалдат һәйкәле асылғайны, хәҙер иһә уның тирәләй йәшелләндереү эштәре башҡарылды.
Республикала еңеү байрамы уңайынан төрлө акциялар үтә. Был иһә,үҙ сиратында, тыныс тормош бүләк иткән яугирҙәребеҙгә ҡәҙер һәм хөрмәт билгеһе, шулай уҡ үҫеп килгән йәш быуында патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән әһәмиәтле. Әйткәндәй, Хәтер баҡсаһы халыҡ-ара акцияһы Президент гранттары фонды ярҙамында ойошторола.
Альбина Байегетова