Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, япмалы кибеттәрҙә йәшелсә-емеш, үҫентеләр, бал, шифалы үләндәр һатырға рөхсәт ителә. Бының өсөн түләү алынмай. Сауҙа рәттәре үҙәк урамдарҙа халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа йыһазландырылған. Республиканың башҡа ҡалалары һәм ауылдарында ла баҡсасылар өсөн һатыу майҙансыҡтары ойошторолған. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан белдереүҙәренсә, яҡынса 4 меңгә яҡын урын иҫәпләнә.