Башҡортостанда етештерелгән һанлы программа менән идара итеү станоктарына ихтыяж арта

Бөрө эшҡыуары Дмитрий Зырянов 2019 йылда үҙ гаражында ҙур булмаған оҫтахана аса. Токарь станоктарында ул металлдан тәүге деталдәрҙе йыя башлай. Йылдан -йыл эшҡыуарҙың бизнесы үҫешә, ул оҫтахананы ҙурыраҡ майҙанға күсерә. Шул уҡ ваҡытта йүнсел һанлы программалы идара итеү станоктарын эшләп ҡарарға була. Бының өсөн Дмитрий Зырянов деталдәрҙең һыҙмаларын эшләй, аҙаҡ заказ буйынса изделиеларҙы йыя. Эшҡыуар етештергән станоктар сәнәғәттең төрлө тармағында ҙур һорау менән файҙалана. Һатып алыусылар көнкүрештә ҡуланылған күп кенә деталдәрҙе хәҙер тап Бөрө станоктары ярҙамында эшләй.

Юғары сифатлы һәм сағыштырмаса түбән хаҡҡа һатылған продукция конкурентлыҡҡа һәләтле. Әйтәйек, Бөрөлә йыйылған станоктың хаҡы уртаса 2 миллион ярым һум самаһы булһа, сит ил аналогтары 4 тапҡырға ҡиммәтерәк. Ғәҙәти булмаған бизнес өҫтөнлөктәрен социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров та билдәләне. Киләсәктә эшҡыуар етешетереү майҙанын киңәйтергә ниәтләй, яңы цех төҙөү һәм уның өсөн ер бүлеү буйынса инвестиция проекты Бөрө хакимиәтендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡаралды, тип яҙған Башҡортостан башлығы.