Унда район һәм ҡалаларҙан, илдең башҡа төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Әле секция ултырыштары, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу бара. Майҙансыҡтарҙың береһе махсус хәрби операцияға теләктәшлек белдереү темаһына арнала. Башҡортостан халҡы яҡташ яугирҙәргә даими ярҙам итә. Аҙыҡ-түлек, медицина препараттары, кейем-һалым туплай, маскировка селтәрҙәре үрә, тағылмалы мунсалар эшләй. Балалар һалдаттарҙы дәртләндергән хаттар яҙа, һүрәттәр төшөрә. “Еңеүгә һәр кем өлөш индерә ала. Алғы һыҙыҡта алышҡан ир-егеттәргә терәк булыу беҙҙең изге бурыс”, - ти Хәрби хәрәкәттәр ветерандары төбәк ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимерйән Рәжәпов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт“Башҡортостан Донбасҡа һәм яугирҙәргә гуманитар ярҙам ебәреү буйынса илдә лидер булып тора”, - ти Башҡорт батальондарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт Хафизов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтТөштән һуң форумдың пленар ултырышы була. Унда “Атайсал – кесе Ватан” проектында ҡатнашыусылар һәм “Айыҡ ауыл” республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнә. Сара барышын БСТ телеканалында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.