Бындай сара 31 майға тиклем дауам итә. Ҡанатлыларҙың яҙғы иҫәп алыу акцияһын Башҡортостандағы Рус география йәмғиәте һәм Ҡоштарҙы һаҡлау союзы ойоштора. Күсмә ҡошты фотоаппарат йәки мобиль телефонға төшөрөргә һәм “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмгә ебәрергә кәрәк. Үҙенсәлекле рәсем авторҙарына бүләк бирелә.