Граждандар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн ҡотҡарыусылар башҡарған күләмле эштәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһы.
Һыу төбөн тикшереү алдынан ҡотҡарыусы-водолаздар барлыҡ техниканы ентекле әҙерләй. 15 литрлы баллонда 220 атмосферға тиклем ҡыҫылған һауа. Ул водолазға сәғәттән ашыу ваҡытта һыу аҫтында таҙартыу эштәрен башҡарыу мөмкинлеген бирә.
Һыу аҫтында кейә торған күҙлектәр дымланмаһын өсөн алдан сылатыла. Ҡалғаны бөтәһе лә ҡотҡарыусының тәжрибәһенән һәм таһыллығынан тора. Ян Йосопов ҡотҡарыу эшендә 5 йыл. Һәр водолазға кәүҙә ауырлығынан сығып, ауырлыҡ өсөн махсус билбау тағыла. Костюмдар неопрендан, бирсәткә, шлем йөҙөү өсөн ҡаршылыҡ тыуҙырмаған уңайлы материалдан эшләнгән.
Һыу инеү миҙгеле алдынан пляждарҙа йылға-күлдәр төбөн тормош-көнкүреш, төҙөлөш ҡалдыҡтарынан таҙатыу граждандар һыу ингәндә йәрәхәтләнмәһен һәм яралар алмаһын өсөн башҡарыла. Өфөнөң Ленин районы буйынса ла бындай санитар эштәр планға ярашлы, еренә еткереп үтәлә.
«Водник» стадионы ҡарамағындағы пляждың ял итеү урының дөйөм майҙаны яҡынса 1500 квадрат метр тәшкил итә. Пляжка инеү бушлай, ял итеүселәргә һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәргә уңайлыҡтар булдырыу күҙаллана.
Һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндә асыла. Өфө ҡалаһы эргәһендә һыу төбө тикшерелгән һәм төҙөлөш ҡалдыҡтарынан, ағас ҡалдыҡтарынан таҙартылған тиҫтәләгән рөхсәт ителгән һыу инеү урыны эшләйәсәк. Ҡотҡарыу хеҙмәте һыу буйында ял итеү фажиғәле тамамланмаһын өсөн граждандарҙы спиртлы эсемлектәр ҡулланмаҫҡа, айырыуса ата-әсәләргә үҙ балаларына ҡарата үтә лә иғтибарлы булырға саҡыра.
Гүзәл Борханова