Ауырғазы районы Яңы Федоровка ауылында йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы яугирына бөгөн ил етәксеһенең Еңеү көнө менән тәбрикләп яҙылған хаты тапшырылды. Яҡын көндәрҙә ветеран йорто алдына хәрби парадтың үтеүе лә көтөлә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Кәштәләр буйлап теҙелгән китаптарҙы Владимир Романов һәммәһен уҡып сыҡҡан. Ҡайһы берҙәрен хатта бер нисә ҡабат. Яратҡандарынан классик рус әҙәбиәте. Лев Толстойҙың роман-эпопеяһы кеүек Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының да тормошо ябайҙан түгел. Тура мәғәнәһендә утты-һыуҙы кискән яугир һуғыштың иң ҡаты бәрелештәренең береһе - Курск дуғаһы аша үткән.
1946 йылда демобилизацияланғандан һуң ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. Тәүҙә мәктәптә балалар уҡытыуға, унан һуң колхозға рәссам-биҙәүсе булып эшкә урынлаша. Тормош иптәше менән бергә оҙаҡ йылдар ҙур тырышлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. Юҡҡа ғына Романовтарҙың йортонан кеше өҙөлмәй. Уҡыусылары, ауылдаштары көн дә тигәндәй килеп урай.
Бигерәк тә урындағы ауыл биләмәһе хакимиәте тарафынан ҙур хәстәрлек күрелә.
Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы яугирына Рәсәй президенты һәм республика башлығының ҡотлау хаты тапшырылды. Күҙ йәштәре аша килгән байрам менән тәбрикләү алдағы көндәрҙә лә дауам итәсәк. 8 майҙа мәҫәлән, Владимир Романов йәшәгән йорт алдында хәрби парадтың үтеүе көтөлә.
Азат Ғәлиуллин