Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы күләменең ике тапҡырға арттырылыуы ихтимал

Бөгөн Өфөлә журналистканы үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәлдә шундай тәҡдим яңғыраны. Осрашыу Шәһит Хоҙайбирҙиндың төҙөкләндерелгән йорт - музейында үтте.

Баш ҡаланың Яңы күпер урамындағы ике ҡатлы йорт тарихи-архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Ул капиталь ремонттан һуң иртәгә, 5 майҙа асыла. Финанс сығымдар «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә бүленә. 19-сы быуат урталарында төҙөлгән йорт 1923 йылда республиканың эске эштәр халыҡ комиссары Шәһит Хоҙайбирҙинға бүләк ителә. 1960 йылға тиклем уның ғаиләһе йәшәгән. 1961 йылдан бында балалар китапханаһы, 1991 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музей асыла.

Йыл һайын Башҡортостандың иң яҡшы журналистарыа Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы менән бүләкләнә. Төҙөкләндерелгәндән һуң асыласаҡ йорт-музейҙа киң мәғлүмәт сараралары хеҙмәткәрҙәренә арналған мөйөш булдырылған. Түңәрәк өҫтәлдә Башҡортостан журналистар Союзы менән берлектә Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге музейҙы үҫтереү мәсьәләләре, журналистар премияһының барлыҡҡа килеү һәм үҫеш тарихы тураһында фекер алышынды.