Күптәрҙе борсоған мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ойошторолған «түңәрәк өҫтәл»дә тикшерелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар билдәләүенсә, хәҙер сит кешегә фатир бүләк итеү өсөн күп функциялы үҙәккә килеп, кәрәкле документтарға ҡул ҡуйыу етә. Бындай килешеүҙең нотариаль таныҡлығы закон буйынса талап ителмәй. Ошо мөмкинлектән файҙаланып намыҫһыҙ граждандар оло йәштәгеләрҙең башын бутай. Һөҙөмтәлә милекселәр үҙ фатирҙарына булған хоҡуҡтан мәхрүм ителә. Торлаҡты суд аша ғына ҡайтарырға мөмкин, ә был, оҙайлы процедура, бигерәк тә беренсе инстанция судтары һәр ваҡыт мәсьәләне зыян күргән яҡ файҙаһына хәл итмәй. Шуға ла мутлашыусыларға кәртә ҡуйыу маҡсатында Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына тәҡдим итеү өсөн закон проекты әҙерләгән.