Бөгөн Башҡортостанда бер минут тынлыҡ, йәғни «Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә» дөйөм республика акцияһы үтте.
Бер минут тынлыҡ - халыҡтың фашизм ҡорбандарын иҫкә алыу, ҡайғы уртаҡлашыу, агрессия һәм нацизмға ҡаршы кешеләрҙең берләшеүе, дөйөм кешелек ҡиммәттәрен һаҡлау символы ул.
Ижтимағи сара республиканың барлыҡ дәүләт, муниципаль предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары биләмәләрендә, мәктәптәрҙә, тамаша һәм спорт залдарында бер үк мәлдә ойошторолдо.