Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандары өсөн тантаналар ойоштороу дауам итә

Сираттағы парадтарҙа баш ҡалала йәшәүсе һуғыш осоро балалары - Маргарита Сакова һәм Динислам Нуриәхмәтов өсөн хәрби колонна сығышы, сағыу концерт номерҙары тәҡдим ителде. Ә бына ДОСААФ хеҙмәткәрҙәре тармаҡ ветераны, Совет-Япон һуғышында ҡатнашҡан Шамил Мурасовты байрам менән тәбрикләне. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Тыл ветераны Маргарита Георгиевна быйыл 92 йәшен тултырған. Хәле яҡшы, хатта вальс бейеүҙән дә тартынмай. Һуғыш башланғанда, уға 11 йәш кенә була. Дәһшәтле йылдар шаһитына аслыҡ, яланғаслыҡты кисерергә тура килә. Ҡырымда 2 йыл оккупацияла йәшәй. Башҡортостанға күсенгәс, ярты быуат ғүмерен почта хеҙмәтендә эшләүгә арнай. Бөгөн ниндәй хыялдар менән янып йәшәйһегеҙ тигән һорауға етди сырай менән: «Донъялар тыныс булһын», - тип яуаплай. «Үҙемә һаулыҡ, 100 йәшкә тиклем йәшәргә ине», - тип кеткелдәп ҡуя.

Ҡаланы немецтар ҡамағайны, ә урманда партизандар йәшенде. Әсәйем уларҙың кейемен йыуа торғайны. Береһендә бер партизан әйберҙәрен алып килгән дә, шартлатҡысын кеҫәһендә онотҡан. Мин уға яңылыш баҫтым. Башыма, аяғыма эләккән ярсыҡтар тәнемдә ҡалды. Һуғыш ваҡытында баҡсала емеш-еләк йыйҙыҡ. Йәп-йәш ябыҡ ҡыҙҙарға унар йәшник ташырға кәрәк ине.

Маргарита Сакова, тыл ветераны

Һуғыш йылдары йырҙары ветеран Динислам Нуриәхмәтов өсөн дә яңғыраны. Кадет кластары уҡыусылары, йәш армеецтар хәрби колонна буйлап һуғыш афәтен кисереүсе ихатаһынан үтте. 1944 йылда Динислам Нуриахмәтов хәрби көстәр сафына уҡыусы йәшендә үк алына. Һуғыш башланғын көндө ул бөгөнгөләй хәтерләй.

Бөйөк Ватан һуғышы илдәге бер ғаиләне лә урап үтмәй. Хатта Еңеү көнөнән һуң да, хәрби бәрелештәр дауам итә. Совет-Япон һуғышында 18 йәшлек Шамил Мурасов та ҡатнаша. 1951 йылда хәрби хеҙмәтен тамамлап, 50 йыллыҡ ғүмерен ДОСААФ-та эшләүгә арнай. Тормош иптәше Зоя Мурасова менән 67 йыл бергә ғүмер итеп, 3 баланы аяҡҡа баҫтыра. Оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итеүҙең сере бер, ти пар.

Ҡәҙерле ветерандарыбыҙ йылдан-йыл кәмей. Улар данлауға, хөрмәткә лайыҡ. Сөнки беҙҙең тыныс тормошта йәшәүебеҙгә сал сәсле замандаштарыбыҙҙың һәр береһе үҙ өлөшөн индергән.

Рәзилә Ғиниәтуллина