Сәнәғәт, ауыл хужалығы, спорт һәм күңел асыу тармаҡтарында яңы проекттар тормошҡа ашырыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе. Туймазы районында теплица комбинаты барлыҡҡа килә. Фермер йәшелсә үҫтереү майҙандарын киңәйтергә һәм һаҡлағыс төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 260 һум миллион йәлеп ителә. Өфөлә эшҡыуар ишектәр өсөн фурнитура сығара. Импортҡа алмаш шарттарында етештереү арттырыла. Проектҡа 105 миллион һум инвестиция йәлеп ителә. Ултырышта Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында спорт-күңел асыу объекттарын төҙөү концепцияһы ла ҡаралды. Бында ресторан, һауыҡтырыу комплексы, Урам баскетболы үҙәге төҙөлә. Радий Хәбиров инвестиция проекттарына булышлыҡ итергә ҡушты.