Сара “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында ойошторола. Район һәм ҡала башлыҡтарының эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн яуаплы урынбаҫарҙары хәҙерге шарттарҙа бәләкәй һәм урта бизнесҡа дәүләт ярҙамы саралары менән таныша, халыҡ-ара эксперттар һәм белгестәр фекерен тыңлай, тәжрибә уртаҡлаша. Бизнес-шерифтар институты Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2019 йылда булдырылды. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы исемлегенә алынды. Сибайҙа “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы май аҙағында үтә.