Уңған баҡсасыға – шәп йылы япма

Бөгөн “Юлдаш” радиоһы "Елле баҡса” конкурсы еңеүсеһен бүләкләне. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ойошторолған ярыш финалында Айгөл Сираева ебәргән фотоһүрәт иң күп тауыш йыйҙы. Фотография геройы - ҡыҙҙың әсәһе Таңһылыу Шәйхетдинова. Ҡыйғы районы Мәсәк ауылында йәшәгән ҡатын баҡсаһында йәшелсә-емештәр, сәскәләр үҫтерә. “Ергә тир тамыҙһаң, мул уңыш алырға була. Күңел һалып башҡарған эштең һөҙөмтәһен күреү ҙур бәхет”, - ти Таңһылыу Шәйхетдинова. Оҫта баҡсасыға бағыусыбыҙ "Строй двор" компанияһынан теплицаға сертификат тапшырылды.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт