Башҡортостанға билдәле спортсы, Рәсәй спорт министры кәңәшсеһе Федор Емельяненко килде

Ул үҫмерҙәр араһында ҡатнаш алыш буйынса ил беренселеген асыу тантанаһына саҡырылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, Федор Емельяненко менән балалар спортын үҫтереү, ҡатнаш алыш буйынса тренерҙар әҙерләү тураһында килешелде. -Тап ошондай легендар спортсылар балаларға үрнәк булырға тейеш, - ти Радий Хәбиров.