"Салауат Юлаев"ҡа яңы уйынсылар ҡушылды

Клуб һөжүмселәр Вячеслав Лещенко һәм Владислав Ефремов менән килешеүҙәр төҙөнө. Вячеслав Лещенко менән контракт бер йылға иҫәпләнгән. 28 йәшлек хоккейсы әлегә тиклем Түбәнге Каманан "Нефтехимик" өсөн сығыш яһаны. Владислав Ефремов уҙған миҙгелдә Мәскәүҙән "Динамо" өсөн уйнаны. Уның менән дә бер йыллыҡ контракт төҙөлдө.