Федераль проектҡа ярашлы республикала 100-ҙән ашыу сүплек юҡ ителә. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов социаль селтәрҙә шулай тип яҙа. Былтыр белгестәр 10 сүплекте тикшереп сыҡҡан. Ҡырмыҫҡалы, Балтас, Мәсетле, Тәтешле һәм Борай райондарында урынлашҡан ҡыйлыҡтар дәүләт реестрына индерелгән.