Башҡортостанда яңы предприятие барлыҡҡа килә

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы барышында “Амкодор” компанияһы рәсми асыла. Бында иген эшкәртеү өсөн машина һәм ҡорамалдар етештерелә. Предприятие “Өфө” индустриаль паркы биләмәһендә урынлаша. Завод һәм сервис үҙәге төҙөлөшө өсөн 2,5 миллиард һум йәлеп ителде, 200 кешегә эш урыны була. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы Өфөлә июнь аҙағында үтә.