Өфөнөң Ленин районында һуғыш һәм тыл ветерандары, блокадала ҡалыусылар, һуғыш балаларына Еңеү парады ойошторолдо. Ветерандар алдынан баш ҡаланың кадет корпустары тәрбиәләнеүселәре, йәш армеецтар, хәрби -патриотик клубтарҙа шөғөлләнеүселәр сафта үтте.
Совет осорондағы техника колоннаһы уҙыуы ла байрамға тетрәнеү тойғолары өҫтәне. Еңеү тантанаһының 78 йыллығын билдәләү урыны тип Мостай Кәрим исемендәге скверҙың һайланыуы ла сараға мәртәбә өҫтәне. Бөйөк шағирыбыҙ һуғыш ҡәһәре тураһында алғы һыҙыҡтан белеп уны халыҡҡҡа еткереүсе, йәш быуынға илһөйәрлек рухын тапшырыусы шәхес. Һәм бөгөн дә ветерандар алдында ойошторолған тантаналы сара тап йәш быуында патриотизм сифаттарын, тарихҡа ихтирам тәрбиәләү маҡсатын да үҙ эсенә ала.