Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды

1 гектарҙан ашыу майҙанда шыршы, йүкә ағастары ултыртыуҙа бар ауыл халҡы ҡатнашты. Туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлаусы Рифҡәт Ишбулатов ауылда барған йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ әүҙем ҡатнаша. Бынан бер нисә йыл элек тап ошо урында ағас ултыртыу тураһында ишеткәс баш ҡаланан пихта һәм аҡ акациялар алып ҡайта. Шатлыҡҡа күрә бер нисәүһе ерегеп үҫеп китә. Был юлы ла аҡһаҡал сара буласаҡ урынға тәүгеләрҙән булып килеп етә.

«Хәтер баҡсаһы» акцияһын ойоштороуҙа Өфө ҡалаһынан яуаплылығы сикләнгән «Кроношпан» ойошмаһы ҙур ярҙам күрһәтә. Бағыусы 5 мең төп йүкә һәм 2 мең төп шыршы ағастары менән тәьмин итеүҙән тыш билдәләнгән урынды кәртәләү өсөн финанс ярҙамы ла күрһәтә.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ата- бабалар иҫтәлегенә баҡса булдырыуҙа ауылдың бик күп эшҡыуарҙары, йәмәғәт ойошмалары әүҙем ҡатнаша.

Дүртенсе йыл рәттән үткәрелгән акция 22 апрелдә старт алды һәм 22 майға тиклем дауам итәсәк. Баймаҡ районы халҡы тирә-яҡты йәшелләндереү маҡсатында йыл да 15 -20 мең төп ағас үҫентеләре ултырта.

Раушания Рахимова