Күп функциялы үҙәктәрҙә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә яҙылырға була

12 офиста ошондай мөмкинлек барлыҡҡа килде. Бында хәрби комиссариат вәкилдәре һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡабул итә. Кандидаттар шулай уҡ ирекле батальондарға яҙыла ала.

Контракт буйынса хәрби хеҙмәткә бәйле мәғлүмәтте шылтыратып белешергә була: 117 һәм 122 телефондары эшләй. Бынан тыш, башбат.рф сайтында ҡарарға мөмкин.