Баш ҡаланың 5-се лицейы уҡыусылары һәм 22-се балалар китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғыш ветерандарын һәм һуғыш балаларын тәбрикләй. Бөгөн улар 78 йәшлек Мария Ковтуновала ҡунаҡта булды.
Мария Ковтунова Ленинград ҡалаһында тыуған, илгә немец илбаҫарҙары баҫып ингәндә ҡыҙға 4 йәш кенә була. Атаһы фронт һыҙығына юлланып хәбәрһеҙ юғала. Ленинград ҡамауы башланғас уларҙың ғаиләһенә аслыҡты ла, юҡлыҡты ла күрергә тура килә. Әлегә тиклем көслө шартлау тауышынан тертләйем, ти Мария Ковтунова.
1942 йылда ғына ғаилә эвакуациялана. Мария Артамоновна балаларға уҡыуҙарында уңыштар, тарихты онотмауҙарын, ризыҡты тәләфләмәүҙәрен теләне. Балалар үҙ сиратында Мария Ковтунованы йырҙар, шиғырҙар менән һөйөндөрҙө, үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙы. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бындай саралар йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләргә ярҙам итә.