18 йәшендә ул фронтҡа алына, Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршылай. 5 бала тәрбиәләп үҫтерә һәм 30 йылдан ашыу хеҙмәт юлы үтә. Һүҙебеҙ Баҡалы районында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Бикйән Аптикаев тураһында. Яугир яҡташыбыҙ әле 10-сы тиҫтәһен ваҡлай. Бүлә-бүләсәләрен тәрбиәләй һәм «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн янып-көйә.
Бикйән Аптикаев өсөн «Салауат Юлаев» командаһының формаһы ҡәҙерле бүләк. Яңыраҡ уны һөжүмсе Игорь Волков бүләк иткән. Ветеран яратҡан командаһының уйындарын ҡалдырмай. Өфө-аренанан Башҡортостан юлдаш телеканалындағы тура трансляцияларҙы даими ҡарап бара.
Һуғышҡа тиклем Бикйән олатай колхозда иҫәпсе булып эшләй. 18 йәше тулғас фронтҡа алына. Уҡый-яҙа белгәс Орск ҡалаһына кесе авиация техниктары мәктәбенә ебәрәлә. Унда ул радист һөнәрен үҙләштерә. Башта һалдат һурпаһын , блокадалы Ленинградта тәмләргә тура килә.
Бикйән Аптикаев еткергән мәғлүмәттең теүәллегенә Совет хәрби авиацияһы осоштарының хәүефһеҙлеге бәйле була.
Еңеүҙе Бикйән Аптикаев Берлинда ҡаршылай. Еңеүҙән һуң 9 йыл дауамында Германияла хеҙмәт итә. 1955 йылда тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайта. Баҡалы районында янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәте ойоштора һәм 11-се янғын һүндереү бүлеген етәкләй. 5 бала тәрбиәләп үҫтерә.
Баҡсаһында Бикйән Асылҡай улы алма ағастары үҫтерә. Май һайын улар аҡ сәскәгә күмелә. Халҡыбыҙға улар оло быуын вәкилдәре бүләк иткән Еңеү яҙын хәтерләтә.
Рафиҡ Әхмәтшин