Сарала ҡатнашыусылар «Патриот» паркында ағастар ултыртты. Донъя кимәлендә уҙғарылған экологик хәрәкәткә апрель аҙағында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров старт биргәйне. Акция Бөйөк Ватан, Афған, Чечен һуғышы ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында ойошторолған. Быйыл ул махсус хәрби операцияла оло батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙға арнала. Хәтер баҡсаһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова булды.
Патриот паркындағы Геройҙар аллеяһы һәм Еңеү урманына үткән йылда нигеҙ һалынған. Ағастар янында Бөйөк Ватан, Афған, Чечен, махсус хәрби операция ҡаһармандарының исем-шәрифтәре яҙылған таҡталар ҡуйылған. Куаркод буйынса инеп яугирҙар хаҡында тулы мәғлүмәт менән танышырға мөмкин. Бөгөн бында тағы ла яңы үҫентеләр ултыртылды. Һәм был акцияның тап Патриот паркында ойошторолоуы ла осраҡлы түгел. Илһөйәрлек ул хәрби патриотик тәрбиә генә түгел, ул тыуған илгә, тәбиғәткә һөйөү, хәстәрлекле мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә лә башлана.
Дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, Шайморатов, кадет кластары уҡыусылары. Ағас ултыртыу буйынса акцияла төрлө быуын, милләт вәкилдәрен күрергә мөмкин, әммә уларҙың бөтәһенә дә илһөйәрлек тойғоһо берләштерә. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров үҙ ғүмерендә меңгә яҡын ағас ултыртҡан, кәрәкле һәм әһәмиәтле сара, ти ул.
«Хәтер баҡсаһы» акцияһына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың тәҡдиме менән 2020 йылда нигеҙ һалынғайны. Илдең һәр төбәгендә яу ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштергән йәшел ҡалҡандар барлыҡҡа килде. Башҡортостанда Геройҙар аллеяһы һәм Еңеү урманы «Патриот» паркында урын алған, үткән йылда бында 400-һән ашыу йүкә һәм 50 шыршы ултыртылған. Быйыл акцияға старт апрель башында Республика башлығы Радий Хәбиров тарафынан бирелде, был юлы ул махсус хәрби операция батырҙарына бағышлана.
Үткән йылда асылған «Патриот» паркынан хәҙер кеше өҙөлмәй, майҙанда хәрби күнекмәләр үтә, спорт ярыштары ойошторола. Бөгөн дә бында Еңеү көнөнә арналған парад уҙҙы. Уҡыусылар тигеҙ сафтарҙа үтте, еңеү йырҙарын башҡарҙы. Ошонда уҡ бәләгә тарығандарға ярҙам ҡулы һуҙған, кеше проблемаһына битараф ҡалмаған үҫмерҙәр тәбрикләнде. Вилдан Ғәйнетдинов сығышы менән Әбйәлил районы Шәрип ауылынан, әле сибай ҡалаһында уҡый. Егет юлд иҫен юғалтып ҡолаған кешенең ғүмерен ҡотҡарырға ярҙам итә. Бөгөн ул «Ҡайнар» йөрәк билдәһе менән бүләкләнде.
Еңеү көнө айҡанлы ойошторолған сара Герйоҙар уҙышы менән тамамланды. Уҡыусылар төрлө ҡаршылыҡтар аша үтте, үҙҙәренең физик әҙерлеген һынап ҡараны.
Рәмзиә Кәримова