Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ февралдә ғаиләһенән айрылып ҡалған айыу балаһы ризыҡ һәм яҡлау әҙләп кеше торағына килгәйне. Был хәл Ғафури районы Ҡаранйылға ауылында теркәлгәйне. Урман януарын көндәр йылытҡансы Белорет районы Туҡан ауылы янындағы вольерҙа тәрбиәләнде. Тайыштабынды тәрбиәләп, яңынан үҙенең тыуған мөхитенә-урманға ҡайтырға ярҙам итеүселәр хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репортахы.
Февраль айынан алып мәрхәмәтле кешеләр яҡлауында булған урман януары күҙгә күренеп буйға үҫкән, хәҙер ул беренсе тапҡыр кешеләр янына ярҙам, йылылыҡ эҙләп килгәндәге кеүек, һыуыҡтан, ҡурҡыуҙан һәм аслыҡтан ҡалтыранмай. Әммә өс ай буйына айыу балаһын бағыусыларға ғына бер ни тиклем моңһоуыраҡ.Сөнки тиҙҙән улар тайыштабанды иреккә ебәрә. .
Белорет районына күсерелгәндән һуң айыу балаһы кеше торлағынан алыҫ урынлашҡан вольерҙа тотолған. Кешеләргә артыҡ эҫенеп көтмәһен өсөн ике генә хеҙмәткәргә айыу йәшәгән вольерға яҡын килергә рөхсәт ителгән. Айыу балаһы рационында билдәле сәбәптәр арҡаыһында ит бөтөнләй булмаған, кешеләр менән аралашыу сикләнгән.
Әммә урманға ебәрер алдынан ҡырағай януарҙы ике көн буйына ашатмай тоталар. Был айыу үҙен күсереп урманға оҙата торған ситлеккә ҡуйылған ризыҡҡа әүрәп тиҙерәк күсһен өсөн шулай эшләнә.
Ғафури районы Ҡаранйылға ауылынан килтерелгән айыу балаһы буйына Әтәләм йылғаһы янындағы аҡланда өс ай буйына ошо вольерҙа тотола. Уны балыҡ, татыл тәмлекәстәр менән һыйлайҙар, рационында ит . Ә бөгөн тәбиғәт инспекторҙары тайыштабанды ҡырағай тәбиғәт шарттарына иреккә ебәрә.
Януарҙы ҙур вольерҙан бәләкәй күсмә ситлеккә урынлаштырыу айырым таһыллыҡ талап итте. Тайыштабан кешеләргә ҡарағанда күпкә һиҙгерерәк булып сыҡты. Беренсе тапҡырҙан ситлекте бикләп өлгөрмәнеләр. Дүртенсе ынтылыштан һуң ғына януар ябылды. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫәпкә алып, ситлек брезент ярма менән уратылды һәм айыу балаһын тейәгән ҡеүәтле газ-патриот кеше хужалыҡ иткән билләмәнән күпкә алыҫ булған таулы урманға юлланды.
Тәғәйен урынға килеп еткәс, айыу балаһын күсмә ситлектән иреккә сығарыу ҙа барлыҡ һаҡлыҡ талаптарын үтәп башҡарылды. Әммә етемлекте бик иртә татыған, әсәһен һәм туғанын юғалтҡан айыу балаһы үҙен тыныс тотто. Тәрбиәләп, ҡырағай тәбиғәттә ышаныслы тойорлоҡ хәл керетеп , үҫтергән, көс биргән кешеләр менән хушлашыу минуттары ла көтөлмәгәнсә булды. Рәхмәтле януар теләр-теләмәҫ кенә ҡуҙғалып, үҙен Туҡан ауылынан тиҫтәләрсә саҡрым алыҫҡа оҙатырға килгән халыҡҡа ҡайырлып ҡарай-ҡарай алпан-толпан баҫып урман яғына юлланды. Утыҙ аҙым тирәһе үткәс, арт аяҡтарына баҫып, ғүмерен ҡотҡарыусыларға рәхмәтен еткерҙе.
Айыуҙың ҡырағай тәбиғәт шарттарында ошо ергә ерегеп китеүенә ышаныс ҙур.
Гүзәл Борханова