Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, беренсе кварталда был күрһәткес 2,4 процентҡа тиклем кәмегән. Бер йыл элек 3,6 процент ине. Был турала социаль селтәрҙәрҙә төбәк башлығы Радий Хәбиров яҙҙы.
Республикала эшһеҙҙәр 21 меңгә кәмегән. Хәҙер уларҙың һаны 44 мең 700 кеше тәшкил итә.
Был нимә тураһында һөйләй? Ҡатмарлы ваҡыттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан иҡтисады үҫешә. Яңы производстволар асыла һәм инвесторҙар йәлеп ителә, эшләп килгән предприятиеларҙа инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла - төрлө тармаҡтарҙа эш урындары булдырыла. Тағы ла бер мөһим күренеш - хеҙмәт министрлығы линияһы буйынса алып барылған эш.
2022 йылда башлаған өҫтәмә саралар һөҙөмтәһендә 35 мең ярым кеше мәшғүллеген һаҡлап ҡалды һәм эш тапты, республиканың мең ярымдан ашыу эш биреүсеһе 1,6 миллиард һум күләмендә финанс ярҙамы алды, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.