Башҡортостандан өс ветеран Мәскәүҙең Еңеү парадында ҡатнашасаҡ

Бөгөн улар Өфөнөң тимер юлы вокзалынан илдең баш ҡалаһына юлланды. Өс делегатты бер төрлө яҙмыш берләштергән яугирҙарыбыҙ хаҡында Азат Ғәлиуллин.

Улар йәшлеген һуғыш урлаған, әммә рухын һындырмаған быуындан. Тамара Казакова миҫалында ғына ла асыҡ сағыла. 1943 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китеп авиация полкында хеҙмәт итә. Смоленск, Белоруссия, Польша, Литва, Көньяҡ Пруссияны азат итеүҙә, Кенинсберг, хәҙерге Калининградты алыуҙа ҡатнашҡан. Бөйөк Еңеүҙе лә ул тап ошо ҡалала ҡаршы ала.

Мәскәүҙең Еңеү парадында Тамара ханымдың икенсегә барыуы. Бер үк ваҡытта яңы тулҡынланыу ҙа, ғорурлыҡ хистәрен дә кисерә.

Тамара Казакова менән бергә Еңеү парадын Башҡортостандан тағы ла ике ветеран хәрби тимер юлсы Владимир Егоров һәм уҡытыусы - элекке зенитсы Мөсәйрә Фәтихова ҡараясаҡ.

Ветерандар Силәбе - Мәскәү маршруты поезына ултырҙы. Һәр кемен күтәреп тигәндәй вагонға мендерҙеләр. Хәрби авиацияла хеҙмәт иткән Тамара Казакова ул был күренеш бигерәк тә мәрәкәле тойолдо.

Азат Ғәлиуллин