Радий Хәбиров Леонид Пасечник менән осрашты

Республика Башлығы Радий Хәбиров Донбасҡа сәфәре барышында  Луганск халыҡ  республикаһы  етәксеһе  Леонид  Пасечник  менән осрашты.  Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте  нығытыу  мөмкинлектәре  ҡаралды.  - Ике  республика араһында дуҫтарса мөнәсәбәт урынлашҡан.  Донбасҡа  ярҙам иткән Башҡортостан халҡына ҙур рәхмәт, - тине  Леонид Пасечник. - Донбасҡа беҙҙең хәрбиҙәрҙе  Еңеү көнө менән ҡотларға,  беҙҙең табиптар, төҙөүселәрҙең эшен ҡарарға килдек.  11 майҙан һуң  Башҡортостандан ҙур бригада  юлға  сыға.  Маҡсат  - 11 торлаҡ йортто һәм  5 социаль объектты  төҙөкләндереү, - тине  Радий  Хәбиров.