300 ир-егеттән торған төркөм «Өфө-Арена» боҙ һарайы алдындағы майҙанға йыйылды. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға яҡын туғандары һәм дуҫтары килде. Ғаиләләре менән аралашҡан ир-егеттәрҙең кәйефтәре көр, күңелдәре күтәренке.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ял уларға тыуған ерҙән көс алырға мөмкинлек биргән. Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йыйылған хәрбиҙәрҙе бер маҡсат берләштерә - илебеҙгә ҡурҡыныс янаған фашистарҙы еңеү. Төрлө район-ҡалаларҙан махсус хәрби операцияға юлланыусы егеттәрҙең дә йөрәктәре бергә тибә.
Хәрбиҙәрҙе оҙатыу митингынынң рәсми өлөшөндә Донбассҡа махсус хәрби операцияға юлланыусы ир-егеттәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тәбрикләне. Хәрбиҙәргә Рәсәй именлеге мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы яуаплы бурысты уңышлы атҡарып, иҫән-һау Еңеү менән тыуған яҡҡа ҡайтыуҙарын теләне.