Бөгөн, Еңеү көнөндә Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөлә, Совет майҙанында Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов һәйкәленә сәскә һалды. Тантанала Дәүләт Думаһы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, хөкүмәт вәкилдәре, ветерандар ойошмалары ағзалары, хәрбиҙәр ҡатнашты. 1942 йылдың мартында тап Совет майҙанынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа оҙатыла.