1945 йылдың 9 майы тарихҡа халҡыбыҙҙың берҙәмлеге һәм рухи ҡеүәте, тыныслыҡ, изгелек һәм ғәҙеллек тантанаһы триумфы булараҡ мәңгелеккә уйып яҙылған. Беҙҙең изге бурысыбыҙ - ата-бабаларыбыҙҙың бөйөк батырлығы тураһындағы хәтерҙе һаҡлау, Ватанға намыҫлы хеҙмәт итеү. Бөгөн дәһшәтле һуғышта еңеүселәр быуынының хәрби, патриотик традицияларының лайыҡлы вариҫтары Рәсәйҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән яҡлай.
Еңеү көнө менән ҡотлауҙар Республика Башлығы исеменә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустиндан, ил президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да килде.