Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскә һалып, бөйөк шәхестең Ватан тарихындағы ролен айырым билдәләне. Шулай уҡ бөгөн «Еңеү паркы»нда ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биреүҙе һорап халыҡтың берҙәм күтәрелеүе һөҙөмтәһе булып былтыр октябрҙә Өфөнөң Совет майҙанында монументаль ансамбль ҡалҡып сыҡҡайны. Батыр даны мәңгеләштерелгән биләмә Еңеү көнөнә арналған тантананы тәүгә ҡаршы алды. Рәсәй менән Башҡортостандың дәүләт гимндары яңғыраны, хәрбиҙәр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының байрағын күтәрҙе. Төбәк башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың тарихи үҙәгендә һәйкәлгә сәскә гөлләмәһе һалыу йолаһы артабан да дауам итәсәк тип билдәләне.
Республика кимәлендә Миңлеғәле Шайморатовтың яҡты иҫтәлеген тергеҙеү, исемен ҡайтарыу буйынса ҙур эш башҡарылды. Радий Хәбиров легендар комдивтың шәхесе айырым иғтибарға лайыҡ булыуын билдәләне.
Республика етәкселеге Өфөнөң Еңеү паркында ойошторолған тантаналы сарала ла ҡатнашты. Башҡортостанда йәшәүсе күп милләтле халыҡ исеменән Советтар Союзы геройҙары Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин менән Александр Матросовтың үлемһеҙ ҡаһарманлығына арналған һәйкәлгә сәскә гөлләмәһе һалынды. Монумент 25 метр бейеклектә, уның янында халыҡ хәтеренең юғары символы - Мәңгелек ут яна. Майҙанда Ватан өсөн башын һалған батырҙар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды. Бөйөк Еңеү шаһиттары - ветерандар өсөн бөгөнгө тантана айырыуса ҡәҙерле.
Йәштәр - илебеҙҙең ышаныслы киләсәге. Мемориаль комплекстағы тантаналы сара сиктәрендә кадеттар һәм курсанттарҙан торған байраҡлы төркөм тантаналы марш менән үтте.
Рәсми тантана сиктәрендә ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың ҡәберенә, Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимовтың бюстарына, Тыл хеҙмәтсәндәре, десантсыларға ҡуйылған һәйкәлдәргә лә ҡыҙыл ҡәнәферҙәр һалынды. Еңеү паркында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың исемен мәңгеләштереү эше артабан да дауам итәсәк. Радий Хәбиров 1945 йылдың 30 апрелендә штурм төркөмө состаһында тәүгеләрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһы алдында Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған Ғәзи Заһитовҡа һәйкәл проекты менән танышты. Скульптура композицияһын Республика Хәрби Дан музейы янында урынлаштырыу ҡаралған.
Еңеү паркындағы байрам саралары сиктәрендә илһөйәрлек менән һуғарылған шиғыр-йыр конкурсы еңеүселәре сығыш яһаны. Еңеү Вальсы, концерт ҡуйылды. Шулай уҡ майҙанда махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәргә матур теләкле хаттар яҙылды.
Гөлназ Хәйбуллина