Фашизмды еңеүгә 78 йыл үткәндән һуң йәнә көслө рухлы геройҙар ваҡыты килде. Бөгөн илебеҙ ғәҙел донъя ҡоролошо өсөн көрәштә коллектив көнбайышҡа ҡаршы тора. Беҙ ата-бабаларыбыҙ кеүек үк неонацизм менән көрәшәбеҙ һәм еңеү өсөн барыһын да эшләйбеҙ, тине Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 78 йыллығын билдәләү тантанаһында. Республика етәксеһе ул йылдарҙағы һәм әлеге ваҡиғалар араһында оҡшашлыҡ һыҙығы үткәреп, Еңеү байрамының әһәмиәте тағы ла тәрәнәйә барыуын билдәләне. Тантаналы ултырыштан Айнур Кәбиров репортажы.
Быуындарҙы берләштереүсе ҡәҙерле байрам. Илебеҙҙә һуғыш ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ. Күҙ йәштәре менән ҡаршы алған байрам да еңел бирелмәй. Еңеү хаҡы юғары. Һуғыш ғаиләләрҙе терәкһеҙ, балаларҙы етем ҡалдыра.
Кешелек тормошондағы иң ҡан ҡойошло тарихты оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ. Сөнки үткәндәрен белмәгән халыҡтың киләсәге лә буталсыҡ. Ил сиктәрендәге бөгөнгө ваҡиғалар ошо хәҡиҡәтте тағы бер иҫбатланы.
Һәм бөгөн дә халҡыбыҙ тап ата-олатайҙар шикелле ил һағына, ғәҙеллек өсөн көрәшкә дәррәү күтәрелде. Һәм беҙ ҙә еңеүҙе яҡынайтыу өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров тантаналы ултырышта ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн дә, 78 йыл элек кеүек үк Еңеү кәрәк. Тантаналы ултырышта ошо көндө яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән яугирҙар тәбрикләнде. Республика етәксеһе бер төркөм хәрбиҙәргә «Миңлеғәле Шайморатов ордены» һәм миҙалдарын тапшырҙы. Һәм тап уларҙың киләсәк быуын өсөн үрнәк булыуын белдерҙе.
Бөйөк Ватан һуғышында башын һалғандар, хәбәрһеҙ юғалғандар, ғөмүмән, Еңеүҙе яҡынайтыуға көс һалыусы барлыҡ Башҡортостан халҡын, ғүмеренең һуңғы секундына тиклем антына тоғро ҡалысыларҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.Тантана һуңында ветерандар өсөн байрам концерты ойошторолдо.
Айнур Кәбиров