50-нән ашыу хәрби техника, ретро автомобилдәр, авиашоу һәм һыбайлылар колоннаһы. Еңеү байрамын 12 һуғыш ветеранынан тыш, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары ҡараны. Стәрлетамаҡта көн дауамында БЮТ ижади төркөмө эшләне. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.
Стәрлетамаҡта үткән 9 май байрамы йөҙләгән кешене Ленин проспектына йыйҙы. Еңеү яҙының 78 йылында ҡала урамы буйлап беренсе тапҡыр «Тополь» ракета комплексы үтте. Шулай уҡ Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың 16-сы гвардия дивизияһы иҫтәлегенә тәүгә тигеҙ сафта һыбайлылар колоннаһы ҡатнашты.
Стәрлетамаҡтан 15 мең 600-ҙән ашыу кеше фронтҡа алына. Уларҙың 6 мең ярымы һәләк булыусылар һәм хәбәрһеҙ юғалыусылар исемлегендә. Стәрлетамаҡ Советтар Союзы геройҙары һаны буйынса рекорд ҡуя. 28 һалдат юғары наградаға лайыҡ булған. Әлеге көндә ҡалала 12 һуғыш ветераны йәшәй. Байрам сараларынан тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары ла ситтә ҡалманы.
Быйыл тотош илдә «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте кисектерелде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡала урамына ветерандар фотоһын тотоп сығыусылар байтаҡ булды.
Стәрлетамаҡ Бөйөк Еңеүҙе ҙур сәнәғәт ҡалаһы булараҡ ҡаршылай. Һуғыш йылдарында бында төрлө завод комбинаттар, «Башнефтеразведка» тресы эвакуациялана. Оккупация ерҙәренән меңәрләгән кеше күсеп килә - халыҡ иҫәбе 38 меңдән 70 меңгә тиклем арта. Улар улар ныҡлы һәм ышаныслы тылға әйләнә.
Әлфинә Килдейәрова