Башҡортостандың бөтә район-ҡалаларында Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы тантаналы митингтар үтте

Республиканың район-ҡалаларында Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы иҫтәлекле саралар ойошторолдо. Йәмәғәтселек һуғыш һәм тыл ветерандарын байрам менән ҡотлап, яу яландарынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарҙы иҫкә алды.

Ғафури районы ауылдары буйлап үткән транспорт автоколонна «Автомобилдәр Үлемһеҙ полкы» акцияһы сиктәрендә ветерандарҙы данлай. Яҡташтар ветерандарҙың фотоһүрәттәрен машиналарға, күкрәккә тағып Бөйөк Еңеү көнөн билдәләй. Ветерандарҙың йорт алдында ойошторолған байрам үҙе бер мөһим ваҡиғаға әүерелде - дошмандар менән көрәшеүселәргә замандаштар рәхмәт һүҙҙәре еткереп, сәхнәләштерелгән тамаша ойошторҙо.

Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәүселәр 9-cы май уңайынан йылдағыса «Ҡайғырыусы Әсә» һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды. Байрам көнөндә урындағы халыҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлеген мәңгеләштерҙе. Олатай-өләсәйҙәр, һалдаттар хөрмәтенә ауылдың «Дан аллеяһы»нда «Мәңгелек ут» мемориалы асылды.

Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығы көнөндә Әлшәй районында махсус операцияла һәләк булған старшина Алмаз Сафинға бюст асылды.

Хәрби бәрелештәрҙә күрһәткән батырлығы өсөн яугирға үлгәндән һуң, Рәсәй Геройы исеме бирелде. Әлшәй районы һалдаты хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың сентябрь аҙағында ҡушыла. Быйыл ғинуарҙа старшина яу ваҡытында яраланып, хәрби бурысын тулыһынса үтәп батырҙарса һәләк булған.

Баймаҡ ҡалаһы Еңеү маршы, техника һәм һыбайлылар парадынан гөр килеп торҙо. Еңеү яҙын яҡынайтыусыларҙың, тыл ветерандарының портреттары үҙәк майҙандың, байрамдың биҙәге булды.

Тулҡынланыу, ғорурлыҡ, ветерандарға оло хәрмәт хистәре һәм рәхмәт һүҙҙәре менән билдәләнгән Еңеү көнө тарихи ваҡиға ғына түгел, ул бөгөн дә төрлө быуын, төрлө милләт кешеләрен берләштергән байрам. Ветерандар йылдан-йыл кәмей килә, әммә улар килтергән Еңеү бер ҡасан да онотолмай, киләсәк быуындың йөрәктәрендә һаҡлана.

Флорида Ким