Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығын Иглин районы иҫтәлекле саралар менән билдәләне

Район үҙәгендә һәм ауылдарҙа парад, байрам концерты ойошторолдо. Иглин районында байрам саралары «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай» обелискына сәскә һалыуҙан башланды. Артабан сараға килеүселәр тантаналы митингта ҡатнашты, еңеү парадын ҡараны.

Майҙанға тыл хеҙмәтсәндәре, бала саҡтары дәһшәтле йылдарға тура килгән һуғыш балалары йыйылды. Ә иң ҡыуандырғаны сарала мәктәп уҡыусылары ҡатнашыуы. Сөнки тап улар илебеҙҙең данлы үткәнен белергә, быуындар күсәгилешлеген һаҡларға тейеш.

Еңеү көнө уңайынан, Саҡмағош районында һәр йылдағыса ретро-машиналар парады үтте. Урындағы ойошмалар сараға ентекле әҙерләнгән. Байрамса биҙәлгән машиналар Еңеү шатлығын, һуғыш йылдарын сағылдырҙы. Улар араһында «Победа», «Газ», «Волга» кеүек ретро машиналар ҙа бар ине. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Саҡмағоштан 10 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, улар араһында 18 ҡатын-ҡыҙ ҙа була. Уларҙың 4 меңдән ашыуы ғына иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, 5 мең 794 яугир тыуған ил азатлығы өсөн сит ерҙәрҙә башын һала. 101 йәшлек мәғариф ветераны, тыл хеҙмәтсәне Музаяна Әминева һуғыштың бар михнәтен үҙ иңендә кисерә.