Борай районы Иҫке Таҙлар ауылында тыуып үҫкән Хәйерзаман Бәшәровҡа «Дан ордены» яуҙа күрһәткән батырлығы өсөн 1944 йылда тапшырыла. Әммә билдәһеҙ сәбәптәр менән ул юҡҡа сыға. Ниһайәт, Еңеү байрамы алдынан эҙәрмәндәр хәрәкәте ветерандың яҡындарына һөйөнөслө хәбәр еткерә. Награда табылған - уны Канаданан битараф булмаған яҡташтар шәхси коллекционерҙан һатып алған. «Дан ордены»н Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының туғандарына тапшырыу тантанаһында БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова ҡатнашты
Барлыҡ район халҡы өсөн тулҡынландырғыс минуттар - ете тиҫтә йылдан һуң өсөнсө дәрәжә «Дан ордены» ветерандың һеңлеһенә тапшырыла. Ҡәҙерле ҡомартҡы ҡитғаларҙы урап ҡайтҡан. Артиллерист Хәйерзаман Бәшәр улы яуҙағы батырлыҡтары өсөн ике тапҡыр «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы, «Дан ордены» менән бүләкләнгән, ҡәһәрле һуғыштан еңеүсе булып ҡайтҡан. Әммә һуңғы наградаһы үҙе үлгәндән һуң уның һеңлеһенә тапшырылды.
Ҡиммәтле ҡомартҡыға яҡташтар 2022 йылда Канадала тап була. Ул сит ҡитғала шәхси коллекционерға барып эләгә. Ҙур тырышлыҡ менән награда Алтай эҙәрмәндәре ҡулына эләгә. Һуңғы осорҙа Рәсәй буйынса 50-нән ашыу ошондай награда Бөйөк еңеүселәрҙең туғандарына тапшырылған.
Еңеү көнө уңайынан Борай районында үткән тантанала Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тел хеҙмәтсәндәре, һуғыш осоро балалары ҡатнашты. Һалдаттар аллеяһына сәскә һалыуҙа быйыл тәүге тапҡыр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәр ҡушылды.
Еңеү вальсы, Һуғыш осоро йырҙарынан район үҙәге майҙаны гөрләп торҙо. Иң ҙур байрамға еңеү вариҫтары үҙ геройҙарының фотһүрәттәрен тотоп килгән.
Еңеү көнө байрамында ҡатнашыусылар өсөн үҙешмәкәр коллективтар сағыу концерт-тамаша тәҡдим итте. Йылдағыса тантанаға килеүселәр Һалдат бутҡаһы, йылы сәй менән һыйланды.
Борай районынан Бөйөк Ватан һуғышына 14 меңдән ашыу ир-егет оҙатылған. Ҡыҙғансыҡа ҡаршы, уларҙың яртыһынан күберәге яу яланында башын һалған. Борай ере 3 Советтар Союзы геройын, 1 Хәрби дан ореднының тулы кавалеры биргән. Яҡташтары азатлыҡ һәм тыныслыҡ өсөн көрәшкән яуҙаштарҙың хәтерен мәңге һаҡлай.
Лилиә Мәҡсүтова