Бөйөк Еңеү уңайынан тантаналы саралар «Ҡашҡаҙан» ял паркында уҙҙы

Еңеү вальсында Октябрь районы мәктәптәренең кадет кластары уҡыусылары өйөрөлдө. Тантанала ҡатнашыусылар хәрбиҙәрҙең ҡорал менән оҫта эш итеү буйынса күрһәтмә сығышын ҡараны. Сараның төп өлөшөндә ике тиҫтәгә яҡын уҡыусы йәш армеецтар сафына ҡабул ителде. Йәштәр үҫеп килеүсе быуынға үрнәк булырға, Ватанға тоғро хеҙмәт итергә ант итте. Шайморатовсылар, кадеттар, йәш армеецтар ҡатнашлығындағы тантаналы парад байрамдың сағыу өлөшөнә әүерелде.