Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовтың иҫтәлегенә арналған документаль фильмдың исем туйы үтте

Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы тарафынан төшөрөлгән картинаның премьераһы республиканың төп телеканалы эфирында ла күрһәтелде.

Махсус хәрби операция ваҡытында Тамерлан Илһамов етәкселегендәге зенит ракета-артиллерия батареяһының хәрби расчеты ракетаға ҡаршы һуғышҡа инә. Хәрби хеҙмәткәрҙең оҫта эш итеүе дошмандың туғыҙ ракетаһын ҡыйратырға мөмкинлек бирә. Хәрби припастар бөткәс, Тамерлан Илһамов позицияны үҙгәртергә ҡарар итә. Ошо ваҡытта ике ракета зенит комплексына эләгә. Прапорщик хәрби иптәштәре менән бергә һәләк була, ләкин үҙ ғүмере менән бар подразделениеның шәхси составын юғалтыуға юл ҡуймай. Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Тамерлан Илһамовҡа һәләк булғандан һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Документаль әҫәрҙең авторы, хеҙмәттәшебеҙ Гүзәл Хәмитова.

Рәсәй геройы Тамерлан Илһамов тураһындағы фильмды Башҡортостан юлдаш каналы 13 майҙа киске сәғәт 6 тула 15 минутта ҡабатлап күрһәтә.