«Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты сиктәрендә Башҡортостан пенсионерҙарының икенсе төркөмө - 45 кеше Белоруссиянан ҡайтты
Улар өсөн экскурсиялар менән байытылған һигеҙ көнлөк ял ойошторолғайны. Өлкән йәштәгеләр иҫтәлекле урындар, музейҙар буйлап сәйәхәт итеүҙән тыш, Минск трактор заводы, карьер самосвалдары һәм транспорт ҡорамалдары етештереүсе предприятие эшмәкәрлеге менән танышҡан.
Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы булдырған проектҡа ярашлы, хаҡлы ялдағыларға сәфәр ойошторған туроператорҙарҙың сығымдары республика ҡаҙнаһынан өлөшләтә субсидиялана. Ялдан ҡайтҡан яҡташтарыбыҙҙың күбеһен Белоруссиялағы таҙалыҡ, халыҡтың ихласлығы хайран ҡалдырған..