Башҡортостандан махсус хәрби операцияға бишенсе батальон туплана

Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Таһир Күсимов исемен йөрөтәсәк формирование 12 майҙа хәрби әҙерлек үтеү урынына оҙатыласаҡ. Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Беҙҙең егеттәргә тәьминәт тә яҡшы ойошторолған, хәрби хеҙмәт тә теүәл һәм намыҫлы үтәлә. Радий Хәбиров Донбасҡа эш сәфәре барышында алынған тәьҫораттары менән уртаҡлашып, Башҡортостан хәрбиҙәренең башҡаларҙан бар яҡлап та айырылып тороуын билдәләне.

Төбәк етәксеһе ике меңдән ашыу саҡырым юл үтеп тап мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең хеҙмәт шарттары менән танышҡан. Яугирҙар үҙ сиратында теләктәрен, мөрәжәғәттәрен дә еткергән.

Республикалағы хәл-ваҡиғаларға күсеп Радий Хәбиров өс йылдан ашыу бөтә Ер шарын ҡурҡыуҙа тотҡан коронавирус мәсьәләһенең артҡы планға күсеүен белдерҙе. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирустан пандемия статусын алды.

Оперативкалар ҙа хәҙер Ковид таралыуы тураһындағы мәғлүмәттәрҙән башланмаясаҡ. Әммә тынысланырға ярамай, сир менән көрәште дауам итеү мотлаҡ, тине Радий Хәбров.

Социаль мәсьәләләргә туҡталып, төбәк башлығы республиканың уңайлы мөхит программаһын да дауам итергә кәрәклеген белдерҙе. Быйыл 2011 йылдан алып тормошҡа ашырылған программа тамамлана. Радий Хәбиров тупланған тәжрибәне һәм үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып яңы проект башларға ҡушты.

Мәҙәниәт, спорт сараларында, байрамдарҙа мөмкинлектәре сикләнгәндәр бик йыш күренә башланы. Был да уңайлы мөхит программаһының бер һөҙөмтәһе. Хәҙер беҙгә подъездарҙы, ихаталарҙы, йәмәғәт урындарын инвалидтар өсөн асыҡ итеүҙән тыш, реабилитациялау, уларҙы социалләштереү, эш менән тәьмин итеүҙе әүҙемләштерергә кәрәк.

Ленара Иванова, Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры

Республика етәксеһе тирә-яҡты тәртипкә килтереү, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү эшен дә йәнләндерергә ҡушты. Баш ҡаланың Аксаков паркына инеү ҡапҡаларын бөтөнләй һүтергә тәҡдим итте. Дөрөҫ, урынына яңыһын урынлаштырыу өсөн генә.

Бынан ары нәҡ шулай буласаҡ. Әгәр төҙөкләндерерлек түгел икән, тимәк һүтергә һәм урынына шундай уҡты,яңыһын урынлаштырырға. Ләкин был эштәр йәмәғәт фекерен иҫәпкә алынып башҡарылырға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Айнур Кәбиров