Өфөлә “Еңеү 78” тигән Бөтә Рәсәй волейбол ярышы уҙҙы

Унда Һамар, Ырымбур, Түбәнге Новгород ҡалалары, шулай уҡ Ҡаҙағстандан командалар ҡатнашты. Ҡыҙҙар араһында Өфө волейболсылары алтын миҙал яуланы, Новокуйбышевск һәм Һарытау командалары икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлеште. Егеттәрҙән Саранск волейболсылары чемпион исеменә лайыҡ булды, Өфө командаһы – көмөш, Түбәнге Новгород егеттәре бронза миҙалдар алды.