Беренсе вице-премьер – Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Астанала халыҡ-ара машиналар төҙөү форумында ҡатнашты. Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, Ҡаҙағстанға беҙҙең республиканан химия сәнәғәте тауарҙары, металдар, ағас, аҙыҡ-түлек оҙатыла. Быйыл октябрҙә һәм ноябрҙә күрше дәүләткә бизнес сәфәр ойошторола. Ҡаҙағстан магазиндарында “Башҡортостанда эшләнгән” тигән тамға менән тауарҙар һатыу мәсьәләһе өйрәнелә.